3 декабрь, Шәмбе

02 октябрь 2013 йыл, 14:13

Халыҡҡа ғәҙәттән тыш хәл тураһында хәбәр итеү системаһы тикшерәләсәк

автор: Эльмира Сабирова

Йома,4 октябрҙә, урындағы ваҡыт менән 11 сәғәттән 11.30 сәғәткә тиклем БР халҡына ғәҙәттән тыш хәл тураһында белдереүҙең төбәк автоматлаштырылған үҙәк хәбәр итеү системаһы әҙерлеген тикшерәсәктәр.

Халыҡҡа хәбәр итеү өсөн «Барыһына ла иғтибар!» иҫкәртеү сигналы менән республикалағы бөтә  электр сиреналары йәлеп итәлесәк. Әйтергә кәрәк, быйылғы хәбәр итеү системаһын техник тикшереү РФ граждандар оборонаһының 85 йыллығына арналған Бөтә Рәсәй күнекмәләре сиктәрендә үткәрелә.

Һуңғы бындай тикшереү Башҡортостанда быйыл 23 апрелдә уҙғайны.