4 декабрь, Йәкшәмбе

02 октябрь 2013 йыл, 13:01

Lada Samara етештереү быйыл декабрҙә туҡтатыла

автор: Арина Рәхимҡолова

«АвтоВАЗ» Samara автомобилдәрен етештереүҙе тулыһынса туҡтата. Компания вәкилдәре белдереүенсә, машиналар 2014 йылдан тарихҡа китәсәк.

Lada-2115 седандары сығарыу былтыр йыл аҙағында туҡтатылғайны, быйыл июндә Тольяттиҙа өс ишекле хэтчбек Lada-2113-тө сығарыуҙы туҡтаттылар, ә быйыл декабрҙән Lada-2114 индекслы биш ишекле хэтчбек та сығарылмаясаҡ

Өфөләге рәсми дилер, был автомобилдәр һатыуҙа юҡ, әммә 14-се моделде һатып алырға теләүселәр, үҙ мәғлүмәттәрен ҡалдырып, автоүҙәккә мөрәжәғәт итә ала, тип хәбәр итә.

Тольятти етештереүсеһенең ҡарары турыһынса аҡланған, сөнки уҙған быуаттың 80-се йылдарында эшкәртелгән Samara автомобилдәренә талап ҡырҡа кәмене, хәҙер һатып алыусылар заманса Lada Granta йәки икенсе быуын Kalina автомобилдәрен алыуҙы өҫтөн күрә.. Бөгөн «АвтоВАЗ» заманса моделдәргә ставка яһай. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә яңыртылған Lada Priora автомобилен презентациялау үткәрелде. Уның салоны тулыһынса яңыртылған. Ә «люкс» версиялары өсөн яңы 106 ат көслө двигатель, курс  тотороҡлолоғо системаһы, круиз-контроль, хәүефһеҙлек мендәрҙәре, мультимедия системаһы һәм башҡалар ҡаралған.