4 декабрь, Йәкшәмбе

02 октябрь 2013 йыл, 11:49

Башҡортостан журналистары Сочиҙа барған фестивалдә ҙур уңышҡа өлгәште

автор: Алик Шакиров | фото: Людмила Сабитова

Башҡортостан Республикаһынан БР Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков етәкселегендәге делегация 29 сентябрҙән 4 октябргә тиклем Сочи ҡалаһында уҙған, «Бөтә Рәсәй-2013» XVII Бөтә Рәсәй журналистар фестивалендә ҡатнаша. Делегация составына «Аскинская новь», «Балтач таңнары», «Ҡариҙел»,  «Красное знамя», «Краснокамские зори», «Район тормошо» һәм «Стерлитамакский рабочий» ҡала һәм район гәзиттәренең баш мөхәррирҙәре инде.

1 октябрҙә фестивалдең «Асыҡ трибуна»һы сиктәрендә улар «Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы: берҙәмлектә – көс» тигән баш аҫтында үҙҙәренең презентацияһын тәҡдим итте. Журналистар үҙҙәренең район-ара ижади берләшмәләр эше хаҡында, союз ветерандары һәм йәш ағзалары менән эшләү, үткәрелгән акция һәм фестивалдәр тураһында һөйләне. Берҙәмлектә һәм күсәгилешлелектә – журналистарҙың көсө, тип билдәләне БР Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков. Редакция тормошонан ҡыҙыҡлы видеороликтар, гитара сиртеп йырлаған йырҙар, башҡорт балы һәм сәк-сәк менән һыйлау башҡа төбәктәрҙән коллегалары тарафынан йылы ҡабул ителде. Ошо көндәрҙә тәҡдим ителгән презентациялар араһында Башҡортостан журналистарының презентацияһы иң яҡшыһы, тип баһаланылар.

— Беҙ ни бары һигеҙ кеше барҙыҡ, шуға ҡарамаҫтан фестивалдә үҙебеҙҙең презентациябыҙ менән ысын мәғәнәһендә ҙур уңышҡа өлгәштек, — тип телефон аша хәбәр итте Артур Дәүләтбәков.