10 декабрь, Шәмбе

02 октябрь 2013 йыл, 10:02

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең Франциялағы илсеһе менән осрашты

автор: Эльвира Латыпова | фото: Олег Яровиков

1 октябрҙә Парижда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең Франциялағы Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы вәкиле Александр Орлов менән осрашты.

Осрашыу барышында Президент Башҡортостан делегацияһының Парижға ЮНЕСКО штаб-квартираһында «Башҡортостан — Рәсәй ынйыһы» исеме аҫтында республиканы презентациялау өсөн килеүе хаҡында һөйләне. Рәсәйҙең Франциялағы илсеһе Башҡортостан менән Франция араһында ярайһы уҡ әүҙем бәйләнештәр юлға һалыныуын, даими рәүештә делегациялар менән алмашыуҙарын билдәләп үтте. «Беҙ был бәйләнештәрҙе нығытыуға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итәсәкбеҙ», — тине Александр Орлов.

Дипломаттың фекеренсә, илдәр араһында уларҙың төбәктәре, шулай уҡ кластерҙар — сәнәғәт, фәнни-мәғариф — кимәлендә үҙ-ара бәйләнештәр алып барыу хеҙмәттәшлектең ҡыҙыҡлы йүнәлештәренең береһе булып тора.

Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда «Шлюмберже» халыҡ-ара нефть-сервис компанияһы, Францияның «Леруа Мерлен» һәм «Ашан» ритейлерҙары эшләүе хаҡында һөйләне. Республикаға «Декатлон» спорт тауарҙары сауҙа селтәрен индереү мөмкинлеге ҡарала. «Сен-Гобен» компанияһы әлеге ваҡытта эзбиз табыу буйынса яңы карьер эшкәртә. «Альстом» машиналар эшләү компанияһы республикала гидроэнергетика ҡорамалдары етештереү буйынса завод төҙөй. Осрашыуҙа шулай уҡ Башҡортостанда вертолеттар эшләүҙе үҫтереү тураһында ла һүҙ барҙы.

Рәсәйҙең Франциялағы илсеһе республикала туризмдың үҫеше менән ҡыҙыҡһынды. Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда тау саңғыһы курорттары әүҙем үҫешеүе хаҡында хәбәр итте. Бында төрлө ҡатмарлылыҡ кимәлендәге тау саңғыһы трассалары төҙөү мөмкинлеге бар.

— Беҙ инвесторҙар менән тау саңғыһы комплекстары, шул иҫәптән яһалма ҡарландырыу системаһы менән комплекстар төҙөү проекттарын тикшерәбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов, — һәм француз партнёрҙарыбыҙҙы был проекттарҙы тормошҡа ашырыуға саҡырабыҙ.