Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы «Триколор»ға инде

Йәмғиәт

1 октябрҙән Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тамашасылар аудиторияһы йөҙләгән тапҡырға артты. «Триколор» юлдаш тапшырыуының төп пакетына инеү һөҙөмтәһендә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тапшырыуҙарын бөтә Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә ҡарау мөмкинселеге тыуҙы.

— Әгәр элек беҙҙең телеканалды кабель селтәрҙәре  буйынса Урал тауҙарынан Алыҫ Көнсығышҡа тиклем ҡарай алһалар, 1 октябрҙән Рәсәйҙең Үҙәк өлөшөндә лә ҡарарға була, — тип аңлаттылар Башҡортостан юлдаш телевидениеһының матбуғат хеҙмәтенән.

Юлдаш телевидениеһының Рәсәй операторҙары менән хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләһе күптән өлгөргән. «Интелсат-15-Сибирь» пакетында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тапшырыуҙарын элек тә  ҡарап була ине, ә хәҙер «Триколор» ға ингәндән һуң республиканың баш телеканалы программаһын өлөшләтә Европала ла ҡарап буласаҡ, мәҫәлән, Скандинавия илдәрендә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан юлдаш телевидениеһынан.

«Триколор»ға инеү – беренсе аҙым ғына. Икенсе этап – тапшырыуҙарҙы юғары асыҡлыҡ форматында алып барыу, тип билдәләнеләр канал вәкилдәре.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть