9 декабрь, Йома

01 октябрь 2013 йыл, 17:33

«Башнефть» «Система» менән килешеү төҙөнө

автор: Эльвира Латипова

«Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте дүшәмбе көнө  «Система» акционерҙар финанс корпорацияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән «Башнефть – Сервис Активтары» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең устав капиталындағы үҙ өлөшөн тулыһынса һатыуы тураһында килешеү төҙөнө, тип хәбәр ителә нефть компанияһы материалдарында.

Килешеү суммаһы — 4,1 миллиард һум.

2013 йылдың мартында «Башнефть» үҙенең 100-процентлыҡ ярҙамсы предприятиеһы — «Башнефть – Сервис Активтары» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте базаһында нефть-сервис холдингын ойоштороуҙы тамамлауы һәм киләсәктә был структураны «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте сиктәренән сығарырға ниәтләүе тураһында белдерҙе.

Холдинг составына 11 нефть-сервис ойошмаһы инде: «Башнефть-Быраулау», «Өфө скважиналарҙы ер аҫты капиталь ремонтлау идаралығы», «Башҡортостан скважиналарҙы ремонтлау идаралығы», «Октябрьский нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы», «Нефтекама нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы», «Башнефть» автотранспорт идаралығы», «Октябрьский технологик транспорт идаралығы», «Арлан технологик транспорт идаралығы», «Арлан промысла юлдарын ҡарау идаралығы», «Трансхим», «Яңауыл «Нефтестроймонтаж» идаралығы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре.