5 декабрь, Дүшәмбе

01 октябрь 2013 йыл, 17:14

Башҡортостанға грипҡа ҡаршы беренсе партия вакцина килде

автор: Эльмира Сабирова | фото: Андрей Старостин

Башҡортостанға грипҡа ҡаршы бушлай прививкалар яһау өсөн вакциналарҙың беренсе партияһы килде. Был хаҡта шишәмбе,1 октябрҙә, «Комсомольская правда» гәзите редакцияһында үткән матбуғат конференцияһында Ҡулланыусылар хоҡуғын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендәге күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Евгений Степанов хәбәр итте.

— Әлеге ваҡытта республикаға 150 мең вакцина килде. Быйыл Башҡортостанда барлығы 1,1 миллион кешегә грипҡа ҡаршы прививка яһарға планлаштырылған. Федераль бюджет аҡсаһына, йәғни бушлай 800 мең кешегә яһаласаҡ, улар иҫәбендә 300 мең бала, — тип аныҡлыҡ индерҙе Евгений Степанов.

Төбәктә миҙгелле грипҡа ҡаршы вакцинациялау кампанияһы башланған. Тәү сиратта прививка мәктәпкәсә йәштәге балаларға, мәктәп уҡыусыларына, медицина хеҙмәткәрҙәренә, уҡытыусыларға, пенсионерҙарға ҡуйыласаҡ.

Республикаға ҡалған вакцинаны алдағы көндәрҙә килтереп еткерәсәктәр, тип ышаныс белдерҙе Евгений Степанов.

— Республика халҡының 25 процентына прививка эшләргә плаштырыла, былтыр был һан 23 процент тәшкил иткәйне, — тине Ҡулланыусылар хоҡуғын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендәге күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе.

Грипҡа ҡаршы вакцина алыу өсөн республика бюджетынан өс миллион һум аҡса бүленгән. Ошо аҡса иҫәбенә бюджет ойошмалары хеҙмәткәрҙәренә прививка эшләнәсәк.

Идара башлығы ҙур предприятие һәм ойошмалар етәкселәрен үҙҙәренең хеҙмәткәрҙәренә вакцина ҡуйыу өсөн аҡса бүлеүҙәрен һораны.

Белгестәр фекеренсә, прививка ауырыуҙы алдан һөҙөмтәле иҫкәртә. Грипҡа ҡаршы Рәсәйҙә етештерелгән вакциналар сит илдекенән һис тә ҡалышмай, тип иҫәпләй эпидемиологтар. Вакцианның уртаса хаҡы – 200 һум. Быйыл етештерелгән вакцинаны ғына ҡуйҙырырға кәңәш ителә.

Грипҡа ҡаршы прививка яһалған кешеләрҙең 10 проценты ғына ауырый, эпидемиологтар инандырыуынса, улар ауырыуҙы еңел һәм өҙлөгөүһеҙ үткәрәсәк.