8 декабрь, Кесе йома

01 октябрь 2013 йыл, 15:57

Башҡорт ҡыҙҙары Монголияла шашка буйынса донъя чемпионатында ҡатнаша

автор: Дмитрий Слезин

1 октябрҙә Улан-Баторҙа ҡатын-ҡыҙҙар араһында шашка буйынса донъя чемпионаты старт ала. Ул өс программала уҙасаҡ: классик, тилбер һәм «йәшен тиҙлегендәге».

Өфөнән ике донъя чемпионы ҡатнаша -  иң абруйлы классик программала биш тапҡыр донъя титулын яулаусы Тамара Танһыҡҡужина һәм «йәшен тиҙлегендәге» уйында донъя чемпионы Айгөл Иҙрисова. Айгөл өсөн Монголиялағы чемпионат тәүгеләрҙән түгел – ике йыл элек ул ҡыҙҙар арһында уҙған донъя беренселегендә бронза призер булғайны.

темалар: шашка