10 декабрь, Шәмбе

01 октябрь 2013 йыл, 15:46

1 октябрь – Рәсәй Ҡоро ер ғәскәрҙәре көнө

автор: Арина Рәхимҡолова

1 октябрҙә Рәсәй Ҡоро ер ғәскәрҙәре көнө билдәләнә.  Был һөнәри байрам РФ Президенты Указы менән 2006 йылда ҡабул ителә. Рәсәйҙең ҡоро ер ғәскәрҙәре дәүләт үҫешенең бөтә этаптарында дошмандарҙы еңеүҙә, милли мәнфәғәттәрҙе яҡлауҙа  мөһим, ә ҡайһы берҙә хәл иткес роль уйнаны.

Армия подразделениеһы тарихы 16 быуат уртаһынан башлана. 1550 йылдың 1 октябрендә Рәсәй батшаһы Иван IV ҡабул иткән ҡарар Рәсәй регуляр армияһы ҡоролошонда һәм  үҫешендә һынылыш ваҡиғаһы булып тора. Ул асылда иһә беренсе даими ғәскәр булдырыуға нигеҙ һала.

Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәрендә ҡоро ер  ғәскәрҙәре, тармаҡ булараҡ, башлыса ҡоро ерҙә хәрби хәрәкәттәр алып барыу өсөн тәғәйенләнгән. Үҙ хәрби мөмкинлектәре буйынса ул башҡа төр ғәскәрҙәр менән берлектә дошман төркөмдәрен юҡ итеүгә йүнәлтелгән.

Был көндө Башҡортостандағы хәрби хеҙмәткәрҙәр ҙә байрам итәсәк. Ҡоро ер ғәскәрҙәре составына мото-уҡсылар, танк, ракета ғәскәрҙәре һәм артиллерия, һауа һөжүменә ҡаршы оборона, махсус ғәскәрҙәр, хәрби частар һәм тыл учреждениелары инә.