10 декабрь, Шәмбе

01 октябрь 2013 йыл, 13:41

Шәкәр сөгөлдөрөнән мул уңыш алына

автор: Галина Бахшиева

Бөгөнгө көнгә Башҡортостанда 24 мең гектарҙан ашыу майҙанда шәкәр сөгөлдөрө йыйып алынды, йәғни был культура сәсеүлектәренең 45 проценты.

Республика буйынса һәр гектарҙан уртаса уңыш 337 центнер тәшкил итте, һәм әлегә 811,2 мең тоннанан ашыу шәрбәт тамыраҙыҡтар ҡаҙып алынды. Иң мул уңыш – 115,5 мең тонна самаһы – республиканың Благовар районында йыйып алынды.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уңыштың яртыһынан артығырағы – 437,2 мең тоннанан күберәк – эшкәртеүгә оҙатылды.