5 декабрь, Дүшәмбе

01 октябрь 2013 йыл, 10:51

Рентабелһеҙ предприятиелар һаны бер йылда 1.6 процентҡа артты

автор: Эльвира Латыпова

Республикала ғинуар-июль айҙарында килемһеҙ эшләгән ҙур һәм урта предприятиелар һәм ойошмалар һаны 20 процентҡа етте 2012 йылдың шул уҡ осоронда 18,4 процент ине, тиелә Башҡортостанстат материалдарында.

Шул уҡ ваҡытта рентабелһеҙ эшләүсе ҙур һәм урта предприятиеларҙың зыяны 9,4 миллиард һумға, йәғни, 2012 йылдың ғинуар-июле менән сағыштырғанда 49,4 процентҡа кәмене.

Статистиктар билдәләүенсә, иң ҙур зыян эшкәртеү производстволарында  (3,2 млрд һум), электр энергияһы, газ һәм һыу етештереү һәм бүлеүҙә (1,8 млрд һум), күсемһеҙ милек менән операцияларҙа, ҡуртым һәм хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтеү өлкәһендә (979,8 млн һум), күмәртәләп һәм ваҡлап һатыуҙа, автотранспорт сараларын, мотоциклдарҙы, көнкүреш изделиеларын һәм шәхси ҡулланыу предметтарын ремонтлауҙа (929,3 млн һум) теркәлгән.