6 декабрь, Шишәмбе

01 октябрь 2013 йыл, 10:50

Башҡортостандан 6500 йәш егет Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафына оҙатыласаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков

1 октябрҙән Рәсәйҙә көҙгө саҡырылыш башланды. Рәсәй Ҡораллы Көстәренә саҡырыу буйынса Башҡортостан 6500 хәрби хеҙмәткәрҙе оҙатырға тейеш, тип хәбәр иттеләр республика хәрби комиссариатынан.

Хеҙмәт итеү ваҡыты үҙгәрешһеҙ ҡала – 12 ай. Республикабыҙҙың йәш егеттәре төрлө хәрби округтар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итәсәк.

Үткән көҙгө саҡырылышта Башҡортостандан алты мең йәш егет граждан кейемен хәрби кейемгә алмаштырғайны.