Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

1 октябрҙә БР Милли музейы һәм филиалдары ололарҙы бушлай экскурсияға саҡыра

Мәҙәниәт

1 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы Милли музейының барлыҡ экспозициялары пенсионерҙар өсөн асыҡ. Өлкән йәштәге кешеләр музейҙың филиалдарындағы барлыҡ даими һәм ваҡытлыса экспозициялары менән дә бушлай таныша ала. Бындай учреждениеның бүләге традиция буйынса Ололар көнөндә уҙғарыла. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ул Рәсәйҙә 1 октябрҙә билдәләнә.

Милли музейҙан хәбәр итеүҙәренсә, төп экспозицияларҙан тыш, килеүселәр Башҡортостанда радиотапшырыуҙар башланыуға 85 йыл тулыуға арналған ҡыҙыҡлы экспозицияны ҡарай аласаҡ.

Төп музейҙың эш сәғәте: сәғәт 11-ҙән 18 сәғәткә тиклем. Адресы: Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14.

1 октябрҙә Асыҡ ишектәр көнөн БР Милли музейының унлаған филиалы ла үткәрә: Аксаков ғаиләһе музейы, Салауат Юлаев музейы, С.Т. Аксаковтың мемориаль йорт-музейы, Әхмәт-Зәки Вәлиди музейы, Дүртөйлө, Октябрьск, Темәс, Туймазы, Учалы ҡалалары һәм Әбйәлил районынының тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейҙары.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть