7 декабрь, Шаршамбы

01 октябрь 2013 йыл, 10:24

Өфө ауыл хужалығы йәрминкәләренә 41 район вәкиле үҙ продукцияһын килтерҙе

автор: Галина Бахшиева

Уҙған ял көндәрендә Өфөлә үткән көҙгө йәрминкәләрҙә Башҡортостандың 40-тан ашыу районы үҙ ауыл хужалығы продукттарын тәҡдим итте.

— 28 һәм 29 сентябрҙә ауыл халҡы «уңыш» йәрминкәләрендә һатыу өсөн 2255 машинала Өфөгә 107 тонна ит, 6,7 тонна ҡош-ҡорт ите, 41,8 тонна бал, 1232 тонна картуф һәм 467 тонна йәшелсә килтерҙе. Был көндәрҙә сауҙа 16 майҙансыҡта алып барылды, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Өфө хакимиәтенең сауҙа һәм хеҙмәтләндереүҙәрҙе яраштырыу идаралығы начальнигы урынбаҫары Зөлфиә Ижбулатова.

Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, йәрминкәләрҙә бер килограмм балдың хаҡы – 200 һумдан 350 һумға тиклем, иттең 130 — 280 һум тәшкил иткән.

Килограмын  80-160 һумға – тауыҡ, 250-320 һумға – ҡаҙ, күркә, өйрәк ите һатып алырға мөмкин булды.

Уҙған ял көндәрендә йәшелсәләрҙең килограмы – 10-22 һумға, картуф  10-15 һумға тәҡдим ителде.

5 августан, Өфөлә «йәрминкә» миҙгеле-2013 башланғандан алып, ауыл эшсәндәре ҡала халҡына 200 тонна бал, 2650 тонна картуф, 976 тонна йәшелсә, 286 тонна ит һәм 18,6 тонна ҡош-ҡорт ите һатты, тип хәбәр иттеләр баш ҡаланың хакимиәтенең сауҙа һәм хеҙмәтләндереүҙәрҙе яраштырыу идаралығынан.