7 декабрь, Шаршамбы

01 октябрь 2013 йыл, 9:29

Республика халҡын октябрҙә ике байрам көнө көтә

автор: Галина Бахшиева | фото: Олег Яровиков

«Башҡортостанда байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында» БР Законына ярашлы, 11 октябрь — Республика көнө — Башҡорт Совет Социалистик Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү көнө байрам көнө булып тора.

Бынан тыш, республика Хөкүмәте бойороғо менән 2013 йылда 15 октябрь — Ҡорбан ғәйете байрам көнө тип иғлан ителде.

Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, 2013 йылдың 10 октябрендә, кесе йома, һәм 14 октябрндә,  дүшәмбе, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.

Йыллыҡ төп һәм йыллыҡ өҫтәмә түләүле отпуск биргәндә ял һәм байрам көндәре отпускының календарь көндәренә индерелмәй.

темалар: байрамдар