9 декабрь, Йома

30 сентябрь 2013 йыл, 18:45

Республикала уртаса пенсия – 9,4 мең һум

автор: Галина Бахшиева

1 октябрҙә Халыҡ-ара Ололар көнө алдынан Башҡортостанстат һуңғы йылдарҙа республикалағы пенсионерҙарҙың килемдәрен һәм мәшғүллеген һүрәтләүсе мәғлүмәттәр бирә.

Мәҫәлән, 2010 йылдағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса,  Башҡортостанда эшкә һәләтле  йәштән өлкәнерәк кешеләрҙең 92,2 проценты пенсияны төп килем итеп күрһәтә. Рәсәй буйынса был күрһәткес уртаса 86,8 процентҡа тиң.

Дәүләт алып барған сәйәсәт пенсия түләүҙәрен даими индексациялауҙы күҙ уңында тота. Шуғы күрә һуңғы йылдарҙа, бөтә Рәсәйҙәге кеүек, пенсия 2000 йыл кимәленән 3,2 тапҡырға артыуы күҙәтелә.

Статистика хеҙмәткәрҙәре биргән мәғлүмәттәргә ярашлы, Башҡортостанда уртаса пенсия айына 9,4 мең һум тәшкил итә, һәм ул Волга буйы федераль округындағы уртаса күрһәткескә тап килә.

Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында уртаса пенсия кимәле араһындағы айырма  10,9 процент тәшкил итә. Иң күп пенсия Пермь крайында (айына 9,9 мең һум), иң аҙы – Марий Иле республикаһында (8,9 мең һум).

Әлеге ваҡытта пенсионерҙарҙың уртаса айлыҡ йәшәү минимумы 5,3 мең һум тәшкил итә.

Пенсияға сыҡҡандан һуң эшләү килем арттырыу мөмкинлеген бирә.

Һуңғы йылдарҙа республикала эшләүсе пенсионерҙарҙың һаны артыуы күҙәтелә. 2000 йыл менән сағыштырғанда, эшләүсе пенсионерҙар һаны 2,3 тапҡырға күберәк. Ауылда йәшәүсе пенсионерҙар  үҙ шәхси ярҙамсы хужалыҡтары менән мәшғүллекте компенсациялайҙар. Ауыл ерендә был күрһәткес 32,9 процентҡа тиң, ә ҡалала – 7,9 процент.