9 декабрь, Йома

30 сентябрь 2013 йыл, 18:40

Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова халыҡты ҡабул итте

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесенең Өфөләге Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандарҙы ҡабул итте. Парламентарийға һәм танылған  спортсыға Башҡортостан баш ҡалаһы һәм республиканың Мишкә районы халҡы мөрәжәғәт итте. Граждандарҙың һорауҙары спорт һәм социаль сәйәсәт өлкәһенә ҡағылды.

Депутатҡа беренсе булып  коллектив мөрәжәғәт менән Өфөлә йәшәүселәр килде, уларҙы  «Нур» театры артындағы элекке «Салауат Юлаев» стадионы яҙмышы борсой. Граждандарҙың  ғаризаһын Рима Баталова депутат контроленә алды.

— Спорт комплексы мәсьәләһе республика йәмәғәтселеген борсой. Физкультура ҡоролмалары Башҡортостан халҡына, балаларыбыҙға кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берҙә булғанды юғалтабыҙ. Вайымһыҙлыҡты ситкә ҡуйып, һәр спорт объекты өсөн көрәшергә тейешбеҙ, — тип билдәләне Рима Баталова.

Депутатҡа шулай уҡ Мишкә районынан бер нисә кеше мөрәжәғәт итте.