Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

1 октябрҙән Башҡортостанда «комендант сәғәте» ике сәғәткә арта

Сәйәсәт

1 октябрҙән Башҡортостанда «комендант сәғәте» урындағы ваҡыт менән киске 10-дан алып иртәнге 6-ға тиклем дауам итәсәк. Бындай норма «Башҡортостан Республикаһында бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһында»ғы БР законында яҙылған. Уға ярашлы, 17 йәше тулмаған балаларға төндә ата-әсәһеҙ йәмәғәт урындарында йөрөү тыйыла.

Раҫланған ҡағиҙәләрҙе боҙған осраҡтарҙа 500-1000 һум күләмендә адинистратив штраф һалынасаҡ. Ҡабаттан административ хоҡуҡ боҙоу осрағында бер мең һумдан алып ике мең һумға тиклем штрафҡа тарттырыласаҡтар.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, төнгө ваҡыт октябрҙән апрелгә ҡәҙәр 22 сәғәттән иртәнге 6-ға  тиклем, ә май айынан сентябргә тиклем — 24 сәғәттән иртәнге 6-ға хәтлем.

Теги: ҡануниәт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть