11 декабрь, Йәкшәмбе

30 сентябрь 2013 йыл, 17:10

Айҙар Ғәлимов Ололар көнөнә арнап хәйриә концерты уҙғара

автор: Әлим Фәйезов

Билдәле эстрада йырсыһы, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Айҙар Ғәлимов Өфөнөң Орджоникидзе районы хакимиәте менән берлектә 1 октябрҙә «Химик» Мәҙәниәт һарайында Ололар көнөнә арналған хәйриә концерты уҙғара. Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов ойошторған хәйриә концертының күп йыллыҡ йолаһы бар. Улар араһында һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, инвалидтар өсөн, балалар йорттары һәм интернатта тәрбиәләнеүселәр өсөн сығыштар, республиканың һәм Өфөнөң асыҡ майҙандарында телевизион һәм байрам программалары. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға яңыраҡ депутат булып һайланғандан һуң үҙенең эшмәкәрлеген байрам концерты программаһын ҡуйыуҙан башларға ниәтләнә. Унда балалар ижади коллективтары: «Салют» хореография студияһы һәм «Айҙар» театр-студияһындағы вокал мәктәбе тәрбиәләнеүселәре әүҙем ҡатнашасаҡ.

Концерт 18 сәғәттә башлана.