Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.65

EUR 69.07

25 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Рәсәйҙә Интернет көнө билдәләнә

Йәмғиәт

30 сентябрҙә Рәсәйҙә Интернет көнө билдәләнә. Быйыл ул 15-се тапҡыр байрам ителә.

Интернет көнө – ул интернет-технологиялар өлкәһендә эшләүсе белгестәрҙең генә түгел, ә  эш, ял, ҡыҙыҡлы һәм әүҙем тормоштоң бер өлөшө булып өлгөргән бик күп ҡулланыусыларҙыҡы ла.

Рәсәйҙә Интернет көнөн 1998 йылдың 30 сентяберенән алып билдәләй башлайҙар, тап ошо көндө Рунетта беренсе хатлашыу була. Ул саҡта бер миллион ҡулланыусы иҫәпләнһә, бөгөн был һан 70 миллионды уҙған.

Бынан тыш, рунеттыҡылар йыл һайын 7 апрелдә RU. домен зонаһының тыуған көнөн билдәләй. 1994 йылда барлыҡҡа килеп, ул Рәсәй контенты менән интернетты тулыландыра.

Өфө Рәсәйҙең иң интернетлаштырылған ун ҡалаһы иҫәбенә инә. Башҡортостандың баш ҡалаһында һәм шулай уҡ республиканың күпселек ауылдарында, һәр бер мәктәптә юғары тиҙлекле интернет бар. «Рәсәй почтаһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһының күпселек почта бүлексәләрендә глобаль селтәргә коллектив инеү нөктәләре ойошторолған. Ойошмалар араһында электрон документ әйләнеш системаһы эшләй. Бик күп предприятие һәм учреждениелар  үҙҙәренең сайттарын аса. Баҫма киң мәғлүмәт сараларының электрон версиялары һәм яңы интернет-баҫмалар тыуа. Мәҫәлән, 2011 йылдың 10 майынан алып Башҡортостанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы баҫмаһы – «Ижтимағи электрон гәзит» сыға башлай.

Шулай итеп, Интернет көнөн бөтә донъя селтәрендә эшләгән барлыҡ журналистар һәм техник тәьминәт белгестәре үҙҙәренең байрамы тип иҫәпләй ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть