6 декабрь, Шишәмбе

30 сентябрь 2013 йыл, 13:32

Өфөлә IV төбәк-ара экологик форум үтәсәк

автор: Галина Бахшиева

8-10 октябрҙә республиканың баш ҡалаһында IV төбәк-ара экологик форум һәм «Уралэкология. Сәнәғәт хәүефһеҙлеге–2013 » ХVIII махсус күргәҙмә уҙасаҡ.

— Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендәге иң яҡшы ғилми-техник ҡаҙаныштарҙы күрһәтеү, ҡалдыҡтарға контроллек итеү, предприятиеларҙан ағып сыҡҡан бысраҡ һыуҙарҙы таҙартыу, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү һәм утилләштереү, буйынса прогрессив технологияларҙы ғәмәлгә индереү ошо ике сараның маҡсаты булып тора, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова.

Уның һүҙҙәренсә, күргәҙмә тәбиғәтте һаҡлауға тәғәйенләнгән продукциялар һәм төрлө тармаҡҡа йүнәлтелгән етештереү ҡоролмалары проекттарын берлектә тормошҡа ашырыу өлөшөндә хеҙмәттәшлек элемтәләрен булдырыуға саҡыра. Бынан тыш, ул экологик эштәр һәм хеҙмәттәр баҙарын үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Экологик форумдың һәм махсус күргәҙмәнең программаһы киң һәм төрлө. Форум программаһында — Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Ғилми-техник советы  ултырышы, хәҙерге заман газ таҙартыу системаларын ҡулланыу буйынса бөтә Рәсәй сәнәғәт предприятиелары етәкселәре кәңәшмәһе, шулай уҡ көнүҙәк экологик темаларға  ғилми-ғәмәли конференциялар һәм семинарҙар.  

«Уралэкология. Сәнәғәт хәүефһеҙлеге–2013» ХVIII махсус күргәҙмә –Урал-Волга буйы төбәге территорияһында уҙғарылған ҙур күргәҙмәләрҙең береһе. Сараны үткәреү мөһимлеге Башҡортостандың нефть һәм газ сығарыу, нефть-химия һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте үҙәге булып тороуы менән билдәләнә.  Республикала тау-мәғдән тармағы, металлургия һәм машиналар эшләү үҫешкән.

Һәр ваҡыттағыса форумдың һәм күргәҙмәнең төп ойоштороусылары – Башҡортостан хөкүмәте, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, БР буйынса Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү идаралығы һәм «Лигас» коммерция инновацион үҙәге.

Белешмә өсөн. Башҡортостан Республикаһында тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеге буйынса махсус күргәҙмә 1995 йылдан алып уҙғарыла. Экологик форум тәү тапҡыр Өфөлә 2004 йыл үткәрелгән.

Сараларҙа төрлө йылдарҙа Германия, Великобритания, Дания, Швейцария кеүек илдәрҙән ҙур компаниялар ҡатнашты.