8 декабрь, Кесе йома

30 сентябрь 2013 йыл, 12:20

Таллиндағы “Ағиҙел” йәмғиәте эстондарҙы башҡорт мәҙәниәте менән таныштырҙы

автор: Галина Бахшиева

25 йыл элек, 1988 йылдың 24 сентябрендә, Эстониялағы милләттәрҙең беренсе Форумы үткәрелде. Уны  Эстонияла йәшәүсе аҙ һанлы милләт вәкилдәре ойошторҙо.

Һуңынан форум Эстонияла йәшәүсе халыҡтарҙың милли ойошмаларын берләштереүсе ойошмаға — Эстония халыҡтары Ассоциацияһына (Eestimaa Rahvuste Ühendus — ERÜ)) әйләнә.

ERÜ тәҡдиме буйынса 2005 йылда Эстония халыҡтары министры Пауль-Эрик Руммо 24 сентябрҙе Аҙ һанлы милләттәр көнө тип иғлан итә.

— Үҙ эшмәкәрлегендә Эстония халыҡтары ассоциацияһы аҙ һанлы милләттәрҙең халыҡ-ара кимәлдә танылған хоҡуҡтары һәм кеше хоҡуҡтары принцибынан сығып эш итә. Уның маҡсаты — Эстонияла аҙ һанлы милләттәр араһында мәғлүмәт һәм мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү, — тип билдәләне  Эстония халыҡтары берләшмәһенә ингән «Ағиҙел» башҡорт милли мәҙәни йәмғиәте рәйесе Флүза Хәйруллина.

Ял көндәрендә ERÜ үҙенең сирек быуатлыҡ юбилейын Таллинда Ратуша майҙанында традицион форум һәм этник йәрминкә менән билдәләне.

Флүзә Хәйруллинаның һүҙҙәренә ҡарағанда, этник йәрминкәлә төрлө мәҙәниәттәр вәкилдәре теләүселәрҙең барыһын да, шул иҫәптән туристарҙы ла, үҙ мәҙәниәте, ҡул эштәре һәм милли аш һыуҙары менән таныштырҙы.

— Был этник йәрминкәлә беҙҙең Таллин «Ағиҙел» башҡорт милли мәҙәни йәмғиәте лә ҡатнашты. Беҙ Ратуша майҙаны сәхнәһендә концерт программаһы менән сығыш яһаныҡ, уның ярҙамында ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы башҡорт мәҙәниәте менән таныштырҙыҡ. Бынан тыш, ике көн буйына беҙ милли аш-һыуҙарыбыҙҙы һаттыҡ һәм шул уҡ ваҡытта башҡа халыҡтар мәҙәниәте менән яҡынданыраҡ таныша алдыҡ, — тип билдәләне «Ағиҙел» башҡорт милли мәҙәни йәмғиәте рәйесе Флүзә Хәйруллина. — Ни өсөн беҙҙең берләшмә шундай берҙәм һуң? Минеңсә, бында Эстония халыҡтары ассоциацияһын ойоштороусы һәм уның рәйесе Тимур Сәйфуллиндың роле ҙур. Уның үҙ эшен бирелеп, намыҫлы башҡарыуы һөҙөмтәһендә ЕRÜ — Эстонияла иң ныҡлы, берҙәм ойошма.

2011 йылда үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Эстонияла 192 милләт вәкилдәре даими йәшәй. Дөйөм алғанда, Эстонияла аҙ һанлы милләттәрҙең 230 мәҙәни йәмғиәте теркәлгән.

темалар: форум, Эстония