8 декабрь, Кесе йома

30 сентябрь 2013 йыл, 11:12

Сентябрҙә Башҡортостан асыҡ КВН лигаһының икенсе миҙгеле старт ала

автор: Александра Лебедева

Башҡортостан Асыҡ КВН лигаһының икенсе миҙгелен асыу фестивале М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында 30 сентябрҙә уҙасаҡ.

Фестивалдә ҡатнашыусы командалар Башҡортостандың барлыҡ төбәктәренән – Әбйәлил, Баймаҡ, Мәсетле, Ейәнсура райондарынан, Белорет, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларынан. Икенсе миҙгел фестивалендә ҡатнашыусылар араһында шулай уҡ Мәскәү командаһы ла бар. Барлығы 16 команда сығыш яһарға заявка биргән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан асыҡ КВН лигаһының беренсе миҙгел чемпионы «Горняк Дозор» (Учалы районы) командаһы булды.

30 сентябрҙә, фестивалдә 2013/2014 миҙгеле Башҡортостан асыҡ КВН лигаһында көс һынашасаҡ командалар асыҡланасаҡ, шулай уҡ жюри ағзалары фестивалдең призлы урындарын һәм номинацияларҙы билдәләйәсәк: «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле», « Иң яҡшы ир-егет роле », «Иң яҡшы уйын осоро», «Иң яҡшы мәҙәк» һәм «Фестиваль асышы».

Сараның ойоштороусыһы – «Башҡортостан асыҡ КВН лигаһы» БР Төбәк йәмәғәт ойошмаһы.

темалар: квн