10 декабрь, Шәмбе

30 сентябрь 2013 йыл, 9:22

Өфө нефть университетын тамамлаусы юғары вазифаға үрләтелде

автор: Ольга Муртазина

Өфө юғары уҡыу йортон тамамлаусы ҙур төбәк етәксеһе вазифаһына үрләтелде. 27 сентябрҙә  Рәсәй Президенты указы  менән Ставрополь крайы губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Владимир Владимирович Владимиров тәғәйенләнде.  Төбәкте 2012 йылдың майынан етәкләгән Валерий Зеренков отставкаға китеүе тураһында ғариза бирҙе.

Кубанда тыуып үҫкән, Владимиров 1997 йылда Өфө дәүләт нефть техник университетын «Тәбиғи энергия сығанаҡтары һәм углеродлы материалдарҙың химик технологияһы» белгеслеге буйынса тамамлай. Был тәғәйенләнешкә тиклем 37 йәшлек чиновник Ямал-Ненец автономиялы округы губернаторының беренсе урынбаҫары булып эшләй.