7 декабрь, Шаршамбы

27 сентябрь 2013 йыл, 18:35

Константин Толкачев Ырымбурҙа үткән ултырышта ҡатнашты

автор: Людмила Терновая

БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Волга буйы федераль округы субъекттарының Ҡануниәт (вәкәләтле) органдары  ассоциацияһы һәм РФ Федерация Советының киңәйтелгән ултырышы эшендә ҡатнашты. РФ Федераль Йыйылышы Федерация Советы спикеры Валентина Матвиенко рәйеслегендә ултырыш 25-27 сентябрҙә Ырымбурҙа үтте, тип хәбәр иттеләр  республика парламенты матбуғат хеҙмәтенән. Көн тәртибендәге төп мәсьәлә –  Рәсәй Федерацияһында дәүләт власы органдарына йәмәғәт контроле торошон тикшереү: эштәрҙең реаль хәле һәм үҫеш перспективалары.

Ултырышта сығыш яһап, Константин Толкачев ғәмәлдәге проблемаларҙы, ҡыйынлыҡтарҙы үҙе нисек күреүен бәйән итте һәм федераль, шулай уҡ төбәк кимәлендә дәүләт институттары эшмәкәрлегенә йәмәғәт контролен үҫтереү һәм камиллаштырыу буйынса ғәмәли тәҡдимдәр индерҙе.

Атап әйткәндә, республика Дәүләт Йыйылышы рәйесе «Йәмәғәт контроле тураһында» федераль законды ҡабул итеү эшен тиҙләтергә тәҡдим итте.