5 декабрь, Дүшәмбе

27 сентябрь 2013 йыл, 14:24

«Кроношпан» заводы төҙөлөшө тураһындағы мәсьәлә ҡаралды

автор: Людмила Терновая

Өфөлә Башҡортостандың Өфө районында төҙөләсәк «Кроношпан» компанияһы предприятиеһының тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһон баһалау мәсьәләһе буйынса йәмәғәт тыңлауҙары үтте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Кроношпан» заводы төҙөлөшө  граждандарҙың ризаһыҙлығы арҡаһында туҡтап ҡалды. Был айҡанлы йәмәғәтселек, министрлыҡ һәм ведомстволар вәкилдәре ҡатнашлығында күп тапҡырҙар осрашыуҙар ойошторолдо, унда  предприятиеның тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһон баһалау материалдары тикшерелде.  

Был юлы осрашыу республиканың Өфө районы хакимиәтендә үтте. Тыңлауҙарҙа  «Кроношпан» компанияһының Рәсәйҙәге етәкселеге, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы вәкилдәре, бойондороҡһоҙ эксперт-экологтар, йәмәғәтселек ҡатнашты..

Сәбәбе – төбәктә ағас эшкәртеү производствоһын юлға һалыу мәсьәләһе буйынса  граждандарҙың яҙма мөрәжәғәттәре. Был турала  Өфө район Советы рәйесе, йөмөғөтселек тыңлауҙарын үткәреү буйынса комиссия рәйесе Валерий Сидоров хәбәр итте.

Завод төҙөлөшө буйынса бирелгән һорауҙарҙың бер өлөшөнә, «Кроношпан» компанияһының Рәсәйҙәге генераль директоры Ардашер Курбаншо яуап бирҙе. Ул, предприятиеның тораҡ пункттарынан алыҫлығы – 300 метр, был дөйөм Рәсәй нормаларына тап килә, ә ул үҙ сиратында Европа нормаларынан бер нисә тапҡырға артығыраҡ  (уларҙа бындай заводтар тораҡ пункттарынан 50 метр алыҫлыҡта урынлаша), тип белдерҙе.

Төбәктең  төбиғәтте һаҡлау һәм экология министры урынбаҫары Ольга Лаздина, заводтың тирә-яҡ мөхиткә  йоғонтоһон баһалау проекты әлеге ваҡытта эксперттар тарафынан ентекле тикшерелә, тип хәбәр итте.