10 декабрь, Шәмбе

27 сентябрь 2013 йыл, 17:44

Республика шәжәрә байрамы Ҡырмыҫҡалыла үтәсәк

автор: Эльмира Сабирова

Йәкшәмбе, 29 сентябрҙә, Ҡырмыҫҡалыла  Республика «Шәжәрә байрамы» уҙасаҡ. Быйыл унда ҡатнашыусылар БР мәғрифәтселәренең, күренекле сәнғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең шәжәрәләрен төҙөнө. БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөтәһе 45 эш тәҡдим ителгәйне, уларҙың дүртәүһе — балаларҙыҡы.

Конкурсанттарҙың эштәрен филология фәндәре докторы Зөфәр Ғәтиәтуллин  рәйеслегендә республиканың билдәле сәнғәт һәм мәғариф эшмәкәрҙәре баһаланы.

«Шәжәрә байрамы»на ХХIII  Халыҡ-ара Аксаков байрамы ҡунаҡтары барасаҡ, уның программаһында — ғаилә династиялары конкурсы, «Оҫталар ҡалаһы» биҙәү-ғәмәли сәнғәт күргәҙмәһе, художестволы үҙешмәкәрлек концерты.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, шәжәрә байрамы 2006 йылдан алып уҙғарыла. Ҡатнашыусылар иҫәпләүенсә, ул быуындарҙың күсәгилешлеген һаҡлауға, башҡорт халҡының милли мәҙәниәтен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеүгә һәм үҫтереүгә, йәш быуынды әхләҡи тәрбиәләүгә булышлыҡ итә.