5 декабрь, Дүшәмбе

27 сентябрь 2013 йыл, 17:08

Өфөлә Рәсәй Яҙыусылар союзы Пленумы үтте

автор: Эльмира Сабирова | фото: Андрей Старостин

Өфөлә үткән Рәсәй Яҙыусылар союзы Пленумына билдәле шағирҙар, прозаиктар, илдең әҙәбиәт тәнҡитселәре йыйылды.

Ҡаурый оҫталары фекерләүенсә, бөгөн әхләҡи байлыҡтар икенсе планға күсте, шул иҫәптән әҙәбиәттә лә. Классика үҙ урынын «еңел» «бульвар» романдарына һәм ябай детективтарға бирҙе.

Хәҙерге әҫәрҙәрҙә булған проблемаларҙы сағыуыраҡ яҡтыртырға, рус теленең сафлығына иғтибар бүлергә, тәнҡитселәр һәм тәржемәселәр эшен көсәйтергә кәрәк, тип иҫәпләй яҙыусылар.

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова Пленумда ҡатнашып, ҡәләм оҫталарының бөгөнгө йәмғиәттә мөһим роль уйнауҙары хаҡында әйтеп үтте. Республикала әллә күпме әҙәби премиялар булдырылған, китап нәшер итеү комиссияһы линияһы буйынса ғына милли әҙәбиәткә ярҙамға йыл һайын 100 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә. Рәсәй әҙәбиәтенең иң яҡшы әҫәрҙәре башҡорт теленә тәржемә ителә һәм киреһенсә. Тик шулай ғына үҫеп килгән быуында  бәләкәйҙән әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләй аласаҡбыҙ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Лилиә Ғүмәрова.

Вице-премьер Пленумда ҡатнашыусыларға Республика Президентының сәләмләү хатын уҡып ишеттерҙе.

Артабан Лилиә Ғүмәрова РФ Яҙыусылар союзы рәйесе Валерий Ганичевҡа әҙәбиәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм уңышлы ижимағи эшмәкәрлеге өсөн БР Почет грамотаһы тапшырҙы.