8 декабрь, Кесе йома

27 сентябрь 2013 йыл, 15:32

Өфөлә 28 сентябрҙә дөйөм ҡала өмәһе үтәсәк

автор: Галина Бахшиева

Шәмбе, 28 сентябрҙә, Өфөлә көҙгө дөйөм ҡала өмәһе үтәсәк. Ул республикала иғлан ителгән территорияларҙы сүп-сарҙан таҙартыу һәм төҙөкләндереү айлығы сиктәрендә уҙасаҡ.

Йола буйынса экологик айлыҡ Республика көнөн байрам итеүгә тиклем, 10 октябрҙә тамамланасаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр 29 сентябрҙә берҙән-бер көҙгө дөйөм ҡала өмәһендә 118 мең өфөлә ҡатнашты. Ҡалала йәшәүселәргә ярҙамға ул көндө меңгә яҡын техника берәмеге йәлеп ителгәйне.

Өмәлә ҡатнашыусылар көсө менән 10 миллион «квадраттан» ашыу урам-юл селтәре таҙартылғайны. Улар ярҙамында Башҡортостандың баш ҡалаһы 5,6 мең кубометр сүп-сарҙан “ҡотолдо”.

Бынан тыш, көҙгө өмә-2012-лә ҡатнашыусылар 1,6 миллион квадрат метрҙан ашыу парктар, урман  буйҙары, бульвар һәм скверҙар территорияларын сүп-сарҙан таҙартты, шулай уҡ 7,2 меңдән артыҡ төрлө ағастар һәм ҡыуаҡлыҡтар ултыртты.