Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Йәрминкәлә өфөләргә 500 самаһы вакансия тәҡдим ителде

Иҡтисад

26 сентябрҙә Өфөнөң транспорт һәм элемтә предприятиелары вакансиялар йөрминкәһендә 500 буш эш урыны тәҡдим итте. Дөйөм алғанда, йәрминкәлә 28 эш биреүсе ҡатнашты.

— Беҙҙең сираттағы «вакантлы» йәрминкәгә был юлы яңы эш эҙләп 300-ләп кеше килде. Уларҙың 200-гә яҡыны эш биреүселәр менән әңгәмәләшеүҙә ҡатнашты, һөҙөмтәлә 100-ҙән артыҡ кеше эшкә саҡырыу алды. Бынан тыш, предприятиелар беҙҙең мәғлүмәттәр базаһынан 70-ләп кеше һайлап алды, — тип хәбәр итте «Башинформ»ға Өфөнөң халыҡты эш менән тәьмин итеү бүлеге начальнигы Ирина Турчина.

Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, эш эҙләүселәргә тәҡдим ителгән вакансиялар иҫәбендә — почта элемтәһе операторы, элемтә электромонтеры, юл монтеры, водитель, автомобилдәрҙе ремонтлау буйынса слесарь, кондуктор һәм контролер.

Тәҡдим ителгән эш хаҡы кимәле — 10 мең һумдан алып.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть