8 декабрь, Кесе йома

27 сентябрь 2013 йыл, 14:10

«Урал-батыр» башҡорт халыҡ эпосы дүрт телдә нәшер ителгән

автор: Алик Шакиров

Башҡортостан «Китап» нәшриәте «Урал-батыр» эпосын башҡорт, рус, инглиз һәм француз телдәрендә баҫтырып сығарҙы, тип хәбәр иттеләр нәшриәттән.

«Урал-батыр» эпосы – ул Евразияның таш билбауы – Урал тауында борондан йәшәгән башҡорт халҡының үҙенсәлекле ауыҙ-тел ижады хазинаһы. Ул башҡорт халыҡ шиғриәтенең боронғо жанры -  ҡобайырға (маҡтау йыры, героик йыр) ҡарай.  «Урал-батыр» меңәрләгән йылдар элек булған боронғо мифологияны үҙ эсенә алған. Унда үҙ тамырҙары менән тәүтормош йәмғиәте ҡоролошона барып тоташҡан боронғо ҡараштар спектры сағылдырылған. Әҫәргә бөтә донъя мәҙәниәтендә билдәле архаик эпос һыҙаттары ла, шулай уҡ үҙенсәлекле этник колорит та хас.