4 декабрь, Йәкшәмбе

27 сентябрь 2013 йыл, 14:04

Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты ике байрамға әҙерләнә

автор: Арина Рәхимҡолова

Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты Үҙәк диниә назаратының 225 йыллығына, шулай уҡ Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдинға 65 йәш тулыуға арналған тантаналарға  әҙерләнә.

Илдәге боронғо ислам үҙәгенең тарихы тамырҙары менән Император Екатерина II-нең  Өфөлә Ырымбур мосолман диниә йыйылышын ойоштороу тураһында 1788 йылдың 22 сентябрендәге билдәле «Юғары Указ»ына барып тоташа.

2 октябрҙә Өфөлә Ырымбур мосолман диниә йыйылышы – Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратына 225 йыл тулыу, шулай уҡ Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдиндың 65 йәшенә арналған матбуғат конференцияһы уҙасаҡ.

Уҙғарыласаҡ матбуғат конференцияһының маҡсаты – киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренең алдағы тантаналар программаһы һәм ойоштороуға ҡағылышлы башҡа мәсьәләләр тураһында һорауҙарға яуап биреү. Тантаналарҙы,  илебеҙ һәм донъя кимәлендә  билдәле дини, сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәрен саҡырып, дәүләт кимәлендә үкәрергә планлаштырыла. Матбуғат конференцияһы Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының тарихи резиденцияһы бинаһында уҙасаҡ. Сәғәт 12-лә башланасаҡ.