4 декабрь, Йәкшәмбе

27 сентябрь 2013 йыл, 12:18

Эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләре буйынса комиссияның беренсе ултырышы үтте

автор: Эльвира Латыпова | фото: Олег Яровиков

Кесе йома көнө Өфөлә конкуренция һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләре буйынса Хөкүмәт комиссияһының беренсе ултырышы үтте.  Был структураның төп бурысы, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Евгений Маврин әйтеүенсә, — эшҡыуарлыҡ климатын яҡшыртыу, конкуренцияға һәләтлелекте күтәреү һәм артыҡ административ  баҫымға юл ҡуймау.

Комиссияға ҡайһы бер функциялар бирелде. Атап әйткәндә, ул эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы саралары тураһында власть органдарынан да, шулай уҡ эшҡыуарҙарҙың үҙҙәренән дә килгән тәҡдимдәрҙе ҡараясаҡ. Комиссияға шулай уҡ өҫтөнлөктәрҙе бүлеү бурысы ла йөкмәтелде.

— Беҙҙең бюджет хәле ауыр, — тине Евгений Маврин, бизнесты үҫтереүгә бүленгән средстволарҙы рациональ файҙаланыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алып.

Комиссияның эше фәнни нигеҙҙә ҡороласаҡ. Эшҡыуарлыҡ мөхитен комплекслы тикшереү БР Иҡтисади үҫеш министрлығы заказы буйынса Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетына йөкмәтелде. Хәлде баһалағанда ғалимдар үҙҙәре социаль һорау алыу үткәрҙе һәм эш һөҙөмтәләренә республиканың бизнес-омбудсмен эшҡыуарҙары менән бергә анализ яһанылар.

— Эшҡыуарҙарҙың мөрәжәғәттәренең күбеһе, иң элек, ер-милек мөнәсәбәттәре кеүек проблемалы өлкәгә бәйләнгән, — тине Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты ректораты ҡарамағындағы советник Михаил Бугера.

Артабан бизнес өсөн иң киҫкен проблемалар рейтингында, ғалимдар баһалауынса, милекселек хоҡуҡтарын теркәү ҡатмарлылығы, конкурс сауҙаларын үткәргәндә ҡағиҙә боҙоуҙар, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең законға ярашһыҙ эш итеүе, дәүләт контракты сиктәрендә эш өсөн түләүҙе тотҡарлау.

Үткәрелгән тикшереү һөҙөмтәләренә таянып, ғалимдар бизнес-омбудсмен институты вәкәләттәрен киңәйтергә һәм эшҡыуарҙарға ҡағылышлы административ регламенттар экспертизаһын уға йөкмәтергә тәҡдим итте.

Тикшереү тамамланғас, БР Иҡтисади үҫеш министрлығы менән Башҡортостан Республикаһында Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил араһында үҙ-ара килешеп эш итеү тураһында Меморандумға ҡул ҡуйылды. Уға ярашлы РФ Президенты ҡарамағындағы Башҡортостанда эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкилдең Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе эшмәкәрлеге ойошторолорға тейеш. Меморандумға БР иҡтисади үҫеш министры Александр Марьин менән республиканың бизнес-омбудсмены Рафаиль Ғибаҙуллин ҡул ҡуйҙы.

— Меморандум – ул берлектәге эшмәкәрлек тураһында һөйләшеп килешеү: яҡтарҙың һәр береһе йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе эш башлаһын үҙенә билдәле бер йөкләмәләр ала, — тине ултырыш тамамланғас журналистар менән әңгәмәлә вице-премьер Евгений Маврин.