3 декабрь, Шәмбе

27 сентябрь 2013 йыл, 11:32

Силәбе өлкәһендә башҡорт музыканттары концет ҡуйҙы

автор: Арина Рәхимҡолова

Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, БР-ҙың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин етәкселегендәге БР халыҡ инструменттары милли оркестры Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ һәм Арғаяш райондарында концерт ҡуйҙы. Музыканттар менән бергә сәхнәлә БР халыҡ артисы Вәхит Хызыров һәм Гүзәл Үлмәҫҡолова сығыш яһаны.

— Музыка беҙҙең тормошобоҙға илаһи шиғриәт алып килә һәм Ер шарының бөтә тарафтарында ла тәржемәһеҙ ҙә аңлап була. Кешене кешелекле итеп тәрбиәләү – йәмғиәттең төп маҡсаты, был мәсьәләне музыка ярҙамы менән дә хәл итергә була. Сәнғәтте һәр кемгә аңлайышлы еткереү – Оркестрҙың бурысы, — тип әйтте Рәмил Ғәйзуллин.

Оркестр Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы  коллективтарының береһе. Уның эшмәкәрлеге – ул башҡорт һәм рус халыҡтарының  классик һәм хәҙерге заман музыкаларын, бөтә донъя музыка култьтураһының гүзәл әҫәрҙәрен пропагандалауҙы, радио һәм телевидение сығыштарын, тауыш яҙҙырыу, йәш таланттарҙы үҫтереү, белем биреү эшмәкәрлеген, йәш тыңлаусылар проекттарын үҙ эсенә индереүсе киң күләмле художестволы проект.

Ҡоншаҡ һәм Арғаяш райондарында йәшәүселәрҙең күпселеген башҡорттар тәшкил итә, шуға күрә лә Башҡортостандың һәр коллективын шатланып ҡаршы алалар, тип хәбәр итте  Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенең матбуғат сәркәтибе Михаил Хәбиров.