4 декабрь, Йәкшәмбе

27 сентябрь 2013 йыл, 11:11

Башҡортостан делегацияһы фин-уғыр халыҡтарының V съезында ҡатнашты

автор: Әлим Фәйезов

Башҡортостан Республикаһынан делегация, кисә, 26 сентябрҙә, Саранскиҙа уҙған Рәсәй Федерацияһы фин-уғыр халыҡтарының V съезында ҡатнашты. Башҡортостан делегацияһы составына Рәсәй Федерацияһы Фин-уғыр халыҡтары ассоциацияһы Советы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Фин-уғыр халыҡтары ассамблеяһы рәйесе, «Башҡортостан Республикаһында мордва милли-мәҙәни үҙәге» Төбәк ижтимағи ойошмаһының рәйесе Юлия Герасимова, шулай уҡ башҡорт шағирәһе, республиканың Дәүләт Йыйылышы –  Ҡоролтай депутаты, «Башҡортостан ҡыҙы» журналы мөхәррире Йомабикә Ильясова инде.

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов съезда ҡатнашыусыларға үҙенең сәләмен ебәрҙе. Съезда тикшерелгән милли үҙаңды үҫтереү, фин-уғыр халҡының мәҙәни-әхләҡи байлыҡтарын һаҡлап ҡалыу, этномәҙәни мөнсәбәттәрҙе киңәйтеү кеүек  мәсьәләләр ҙур әһәмиткә эйә, тип билдәләне сәләм хатында республика башлығы. Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов «Съезда ҡараласаҡ бурыстар Рәсәй халыҡтарының тел һәм мәҙәниәт диалогын артабан да нығытырға булышлыҡ итәсәк» тигән ышаныс белдерҙе.