4 декабрь, Йәкшәмбе

26 сентябрь 2013 йыл, 17:57

XXIII Халыҡ-ара Аксаков байрамына арналған фотокүргәҙмә асылды

автор: Эльмира Сабирова

Халыҡ-ара Аксаков байрамына ҡарата махсус әҙерләнгән  «Көндөҙ ҙә, төнөн дә…» тип аталған фотокүргәҙмә Үҙәк ҡала китапханаһында асылды.

Парк, ҡала урамдары, архитектура ҡоролмалары фотолары тәүлектең төрлө ваҡытында төшөрөлгән – көндөҙ һәм төнөн. Күргәҙмәнең исеме тап шунан алынған.

— Эльмира Фәтихованың фото эштәре китапханалар системаһы күргәҙмә залдарында беренсе тапҡыр ғына ҡуйылмай. Башлыса улар Рәсәй һәм Башҡортостан буйлап сәйәхәт иткәндә төшөрөлгән фотоһүрәттәр ине. Ҡала серияһы эштәре беренсе тапҡыр күргәҙмәгә ҡуйыла, — тип һөйләй Үҙәк ҡала китапханаһының нәшриәт-мөхәрририәт бүлеге мөдире Наталья Ольховская. – фоторәссамдың төнгө һүрәттәрендә Телеүҙәк эргәһендәге фонтан — фәрештә ҡанаттары кеүек, Ҡарауанһарайҙың баҫҡыстары эркелеп килеүсе тулҡын кеүек күренә. Фонарҙар менән яҡтыртылған Софья аллеяһы алтын төҫлө күренә.

Анатолий Ефимов  шулай уҡ  ҡаланың тәү ҡарашҡа ябай күренгән урындарын бик  матур итеп һынландырған.

Күргәҙмә Өфө ҡалаһы, Комсомол урамы, 138-се йорт адресы буйынса 18 октябргә тиклем эшләйәсәк.