9 декабрь, Йома

26 сентябрь 2013 йыл, 17:32

Өфө районында X Республика йәш журналистар фестивале үтә

автор: Розалия Вәлиева, Эльвира Латипова

Өфө районының «Восход» ял базаһында X Республика йәш журналистар фестивале асылды.

Ике көнлөк форумда бөтә республика гәзиттәре хәбәрселәре ҡатнаша: «Бүздәк хәбәрҙәре», «Туймазинский вестник», «Белорецкий рабочий», «Яңауыл таңдары» һәм башҡалар.

Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе Борис Мелкоедов сәләмләне:

— Фестивалдең төп маҡсаты – аралашыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу. Предприятиены ғәҙәттә кешеләр капиталына ҡарап баһалайҙар. Был рейтингтың юғары баҫҡысында иһә сеймал һәм ресурс компаниялары түгел, ә «аҡылда» төҙөлгән компаниялар. Һеҙ – капитал. Мин һеҙгә йөкмәткеле аралашыу, профессиональ яҡтан байығыуығыҙҙы теләйем.

Хәҙерге заман журналисы фотоаппарат менән ҡуллана белергә, видео төшөрөргә, интернет-технологияларына эйә булырға тейеш.

Яңы медиа һәм яңы журналистика тураһында фестивалдә ҡатнашыусыларға Воронеж дәүләт университетының журналистика факультеты деканы Владимир Тулупов һөйләне. Ул ҡағыҙ матбуғатының яҙмышы, интернет-журналистиканың үҫеше, гәзит материалдарын анализға, эксперттарҙың комментарийҙарына һәм эксклюзив биреүгә йүнәлтеү кәрәклеге тураһында һөйләне.

Шулай уҡ фестивалдә интернет-журналистикаһы, уның спецификаһы хаҡында һүҙ барҙы – фестивалдә ҡатнашыусылар менән Ufa1.ru сайтының баш мөхәррире Олег Смаков һөйләште.

Электрон гәзиттең күп форматлы версиялары менән «Туймазинский вестник»тың баш мөхәррире Гөлназ Ермохина таныштырҙы. Өфө дәүләт нефть техник университетының  политология, социология һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш кафедраһының өлкән уҡытыусыһы Максим Яковлев «Нисек ышаныслы яҙырға?» эшлекле уйынын үткәрҙе. Тәүге фестивалдәрҙә ҡатнашыусылар «Беҙ беренсе булдыҡ» түңәрәк өҫтәле артына йыйылды.

Йома көндө, Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арналған «Тапалмаған һуҡмаҡтар» конкурсы йомғаҡтары иғлан ителәсәк.