5 декабрь, Дүшәмбе

26 сентябрь 2013 йыл, 17:25

Мәғариф министрының беренсе урынбаҫары тәғәйенләнде

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостанда мәғариф министрының беренсе урынбаҫары вазифаһына Руслан Хәбибов тәғәйенләнде.

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, ул балалыҡ хоҡуҡтарын һаҡлау, хоҡуҡ, кадрҙар һәм мәғлүмәт-аналитика эше, матди-техник тәьминәт мәсьәләләре өсөн яуап бирәсәк.

Руслан Хәбибов Һамарҙа тыуып үҫкән, 1996 йылда — Пермь хәрби авиация техник училищеһын, 2003 йылда «социаль  эш» белгеслеге буйынса Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.

1991 йылдан 1998 йылға тиклем РФ Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт иткән. 1999 ¬– 2005 йылдарҙа — «Үҫмер» үҙәгендә эшләгән, Йәштәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләү үҙәге директоры, Өфөнөң Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары. 2005 – 2009 йылдарҙа — баш ҡаланың Калинин районындағы 157-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры. 2009 йылдан 2011 йылға тиклем Калинин районы хакимиәте башлығының гуманитар һәм социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын биләй. 2011 – 2013 йылдарҙа — Өфө хакимиәтенең опека һәм попечителлек идаралығы начальнигы.

Өфө опека һәм попечителлек идаралығы етәксеһе итеп элек ҡала мәғариф идаралығында эшләгән Татьяна Квасникова тәғәйенләнде.