3 декабрь, Шәмбе

26 сентябрь 2013 йыл, 14:58

Ял көндәрендә Өфөлә сираттағы йәрминкәләр уҙасаҡ

автор: Галина Бахшиева | фото: Олег Яровиков

Алдағы ял кәндәрендә, 28 һәм 29 сентябрҙә, Өфөлә сираттағы көҙгө йәрминкәләр үткәрелә, унда арзаныраҡ хаҡҡа төрлө ауыл хужалығы продукттары һатып алырға мөмкин буласаҡ.

Дим районында Правда урамы буйлап — Таллин урамынан М. Йәлил урамына тиклем – автомобиль юлы эргәһендә йәшелсә, ит һәм бал менән һатыу итеү йәйелдерәләсәк.

Калинин районында «Ауыл хужалығы йәрминкәһе» сауҙа-сервис комплексы (Интернациональ урамы, 139) алдындағы майҙанда, «Меркурий» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең «Юлдаш» сауҙа-йәрминкә комплексында (Боровой урамы, 14, 3-сө корпус), «Шаҡша» сауҙа комплексы алдындағы майҙанда (Гвардия һәм Йәшел урамдары саты), шулай уҡ Баландин һәм Мушников урамдары сатында урынлашҡан майҙанда ҡышҡылыҡҡа запастар яһарға мөмкин буласаҡ.

Өфөнөң Киров районында ауыл хужалығы йәрминкәһе элекке «Аврора» кинотеатры бинаһы (Эшсе-хәбәрселәр урамы, 20) алдындағы майҙанда эшләйәсәк.

Ленин районында ауыл халҡы өфөләргә үҙ продукцияһын «Пушкин» сауҙа-сервис комплексы (Пушкин урамы, 35/1) алдында һәм «Тулҡын» скверы ҡаршыһындағы майҙанда тәҡдим итәсәк. Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Ленин районында ауыл хужалығы йәрминкәләре шәмбе, 28 сентябрҙә, генә эшләйәсәк.

Орджоникидзе районында һәр ваҡыттағыса Серго Орджоникидзе исемендәге майҙан (Беренсе май урамы, 14), «Меркурий»  сауҙа үҙәге алдындағы майҙан (Ҡулса урамы, 65), «Урал» сауҙа-сервис комплексының автопарковка майҙансығы (Рәсәй урамы, 23), шулай уҡ «Тирәктәр» сауҙа йорто эргәһендәге майҙан (Коммунарҙар урамы, 59) йәрминкәләр ҡарамағына тапшырыласаҡ.

Октябрь районы халҡы «Магнит» магазины эргәһендәге майҙанда (Жуков урамы, 30) һәм «Гагарин» сауҙа-сервис комплексы (Гагарин урамы, 42) алдындағы майҙанда үҙенә кәрәкле ауыл хужалығы продукттары запасы туплай аласаҡ.

Совет районында сауҙа «Башкирнефтепродукт»  заправкалау станцияһы (Менделеев урамы, 157) йәнәшәһендәге майҙанда киң ҡолас менән эшләйәсәк.

Был ял көндәрендә Йәштәр һарайы һәм Спорт һарайы алдындағы майҙандарҙа ауыл хужалығы продукттары менән һатыу итеү алып барылмаясаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан баш ҡалаһында көҙгө ауыл хужалығы йөрминкәләре 27 октябргә тиклем дауам итәсәк.