5 декабрь, Дүшәмбе

26 сентябрь 2013 йыл, 15:25

Башҡорт опера һәм балет театры «VIVA ОПЕРА!» гала-концертын тәҡдим итә

автор: Эльмира Сабирова

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры шәмбе, 28 сентябрҙә, опера сәнғәтен яратыусыларҙы «VIVA ОПЕРА!» ҙур гала-концертына саҡыра.

Театрҙың тарихи бинаһы ремонтҡа ябылыу сәбәпле, кисә УЗЭМИК мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә уҙасаҡ. Программала театрҙың иң яҡшы опера труппаһы сығыш яһаясаҡ.

«Кармен», «Евгений Онегин», «Иоланта», «Батша кәләше», «Алжирҙа итальян ҡатын-ҡыҙы», «Кенәз Игорь», «Тылсымлы флейта», «Риголетто», «Фауст», «Макбет», «Мөхәббәт эсемлеге» операларынан күренештәр һәм ариялар, шулай уҡ «Сильва», «Цирк принцессаһы», «Ярғанат», «Күңелле тол ҡатын» оперетталарын өҙөктәр тәҡдим ителәсәк.

Концертта Рәил Кучуков, Лариса Әхмәтова, Эльвира Алкина, Владимир Копытов, Геннадий Родионов, Любовь Буторина, Олеся Хөснөтдинова, Владимир Орфеев, Катерина һәм Ян Лейше һәм башҡалар ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ театрҙың хоры һәм симфоник оркестры. Дирижерҙар — Марат Әхмәт-Зарипов, Фәрит Иҙрисов. Режиссеры – Эльмира Әхмәтзарипова, тип хәбәр иттеләр БР Мәҙәниәт министрлығынан.