Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.92 ↑

EUR 70.37 ↑

16 август, Шаршамбы

Уфа   °

Мәсетле районында йәш ғаиләләргә яңы торлаҡ һатып алыу мөмкинлеге тыуҙы

Йәмғиәт

Мәсетле районында дүрт йәш ғаилә торлаҡ төҙөүгә (һатып алыуға) социаль түләүҙәр биреү таныҡлығы алды. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Мәсетле районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр иттеләр.

Быйыл йыл башынан алып районда биш ғаилә «2013 йылға тиклем ауылдың социаль үҫеше» федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә дәүләт ярҙамы алды. Шуға ҡарамаҫтан, торлаҡ алыу өсөн дәүләт ярҙамына мохтаждар күп – әле 106 ғаилә сиратта тора.

Федераль маҡсатлы программа 2020 йылға тиклем оҙайтылды һәм ул  2014 йылдан «2014-2017 йылдарға һәм 2020 йылға тиклемге осорға ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» тип аталасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть