4 декабрь, Йәкшәмбе

26 сентябрь 2013 йыл, 12:41

2013 йылда Өфөлә йылылыҡ селтәрендә торбалар тишелеү осраҡтары йышайҙы

автор: Эльвира Латипова

— Йылылыҡ селтәрҙәрен тығыҙлыҡҡа һәм ныҡлыҡҡа тикшергәндә йәйге осорҙа торбаларҙың 1746 урында тишелеү осраҡтары асыҡланды, — тип хәбәр итте БР Хөкүмәте ултырышында  Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов һәм «һуңғы ун йылда был рекодлы һан», тип өҫтәне.

Әгәр ҙә, йылылыҡ селтәренең һәм эҫе һыу менән тәьмин итеү селтәренең оҙонлоғо 1021 километр булыуын иҫәпкә алғанда, бер километр коммуникацияға икешәр тишелеү осрағы тура килә, тине сити-менеджер. Йәй йылылыҡ селтәрҙәрен тикшереү ҡаланың йылылыҡ селтәре хужалыҡтары ныҡ туҙыуын раҫланы, тип билдәләп үтте ул.

— Был секторҙағы көсөргәнеште кәметеү өсөн һуңғы ике йыл эсендә йылылыҡ селтәрҙәрен алмаштырыу күләме арттырылған. Әгәр ҙә 2011 йылда 13,6 километр оҙонлоғонда селтәрҙәр алмаштырылһа, 2012 һәм 2013 йылдарҙа уның күләме 24 километрҙан ашыу тәшкил итте, — тине Ирек Ялалов. — Тик был да ни бары биш процент урынына 2,5 генә.

Ҡала мэры һүҙҙәренә ҡарағанда, план күрһәткестәренә өлгәшеү өсөн ресурс менән тәьмин итеү селтәрҙәрен алмаштырыусы ойошмаларҙың, иҡтисади яҡтан дәлилләнмәгән тарифтар эҙемтәһендә,  финанс хәле етерлек булмауы ҡамасаулай.

— Йылылыҡ энергияһына тарифтарҙы иҡтисади нигеҙләнгән кимәлгә тиклем күтәреү тураһында республика хөкүмәте тарафынан ҡабул ителгән ҡарар киләсәктә туҙған ҡорамалдарҙы ямау түгел, ғөмүмән йылылыҡ селтәре хужалығын үҫтерергә мөмкинселек бирәсәк, — тип иҫәпләй Ирек Ялалов