8 декабрь, Кесе йома

26 сентябрь 2013 йыл, 12:07

“Башнефть” 500 тоннанан ашыу хәүефле ҡалдыҡтарҙы утилләштерергә тейеш

автор: Эльвира Латыпова

Башҡортостан Республикаһының  Юғары суды Өфөнөң Орджоникидзе районы суды ҡарарын көсөндә ҡалдырҙы, ул Башҡортостан тәбиғәтте һаҡлау район-ара прокуроры талаптарын ҡәнәғәтләндерҙе һәм «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә шлам туплағысты нефть ҡатнаш ҡалдыҡтарҙан таҙартырға ҡушты, тип хәбәр ителә  РФ Прокуратураһы сайтында.

Прокурор тикшереүе барышында «Башнефть» нефть шламын утилләштереү тураһында  договор буйынса «ЮГИ-Сервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә, хәүефле ҡалдыҡ паспорты төҙөмәйенсә, 500 тоннанан ашыу нефть эшкәртеү  продукттары тапшыра. Һөҙөмтәлә «Производство һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары тураһында» закон боҙола. Кәрәкле документтар булмау арҡаһында фирма-партнер договор шарттарын үтәмәй, һәм ҡалдыҡтар өс айҙан ашыу Өфөнөң Орджоникидзе районында сәнәғәт майҙансығында һаҡлана.

Граждандарҙың уңайлы тирә-яҡ мөхит шарттарына хоҡуҡтарын яҡлау өсөн район-ара прокурор судҡа мөрәжәғәт итә. Суд ҡарары буйынса нефть компанияһына сәнәғәт участкаһын нефть ҡатнаш ҡалдыҡтарҙан таҙартырға тура киләсәк.

Нефть компанияһының үҙендә суд ҡарары менән килешмәйҙәр һәм, утилләштереү эштәрҙе башҡарыу өсөн өлөшләтә хаҡ алған подрядсының ғәйебе менән үтәлмәгән, тип билдәләйҙәр.  Үҙенең хаҡлы булыуын иҫбатлау өсөн «Башнефть» РФ Юғары судына ялыу менән мөрәжәғәт итә.