Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Биш миллиард һумға ете йыллыҡ облигациялар сығарыла

Иҡтисад

27 сентябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте 5 миллиард һумға 34008-се серия облигацияларын сығара башлаясаҡ. Был турала БР Хөкүмәтенең  20 сентябрҙәге 1177-р бойороғо БР Финанс министрлығы сайтында баҫылды.

Генераль агенты –  «Һаҡлыҡ банкы КИБ» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте.

Сығарырға планлаштырылған облигацияларҙың дөйөм иҫәбе  5 миллион дана тәшкил итә, һәр береһенең хаҡы — бер мең һум

Әйләнеш срогы — ете йыл. 28 купон түләү ҡаралған. Купон  осороноң оҙайлылығы 91 көн тәшкил итә.

Беренсе купон ставкаһын конкурс билдәләйәсәк. 2-26-сы купондар ставкалары уға тиңләштереләсәк. 27-28-се купондар ставкалары йыллыҡ 0,1 процентты алып ташлап, беренсе купон ставкаһына тигеҙ буласаҡ.

Облигацияларҙы түләп бөтөрөү датаһы —2020 йылдың 18 сентябре.

1 сентябргә республиканың дәүләт бурысы 13 950 227 мең һум тәшкил итте. 2014 йылдың 1 ғинуарына эске дәүләт бурысының иң һуңғы сиге 19 550 000 мең һум күләмендә билдәләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть