5 декабрь, Дүшәмбе

26 сентябрь 2013 йыл, 9:43

Транспорт һәм элемтә предприятиелары өсөн вакансиялар йәрминкәһе

автор: Галина Бахшиева

Өфөнөң халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә бөгөн, 26 сентябрҙә, транспорт һәм элемтә предприятиелары өсөн сираттағы махсус вакансиялар йәрминкәһе үткәрелә.

Республиканың  Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йәрминкәлә 20 эш биреүсе ҡатнашасаҡ.  Улар, дөйөм алғанда, 250-нән ашыу вакансия тәҡдим итәсәк.

Йәрминкә сиктәрендә теләгән һәр бер кеше, икенсе һөнәргә өйрәнеү, профессия ориентацияһы буйынса һорауҙар менән мөрәжәғәт итә ала, шулай уҡ юристан консультация ала аласаҡ.

Йәрминкә Өфө ҡалаһы, Ибраһимов бульвары, 47/1 адресы буйынса сәғәт 10-дан 12-гә тиклем үткәрелә.

Бөтә хеҙмәтләндереүҙәр бушлай.