Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

1 октябрҙә медиктар өлкән кешеләрҙе бушлай консультацияласаҡ

Йәмғиәт

1 октябрҙә Республика врач-физкультура диспансеры өлкән кешеләр өсөн Асыҡ ишектәр көнө үткәрә. Терәк-хәрәкәт системаһы имгәнгәндән һуң өҙлөгөүҙәр, умыртҡа бағанаһы, быуындар ауырыуҙарын дауалау, физкультура менән шөғөлләнеү һорауҙары буйынса сәғәт 9-ҙан 16 сәғәткә тиклем бушлай консультация алырға мөмкин.

Бынан тыш, үҙ аллы килә алмағандар 235-60-07 номерына шылтыратып, Өфө табиптарынан кәңәш һорай аласаҡ. Ҡыҙыу линия 1 октябрҙән 11-нә тиклем 8-15 сәғәттәрҙә эшләйәсәк.

Республика врач-физкультура диспансерының баш табибы Наил Ҡотлоәхмәтов һүҙҙәренсә, диспансерҙа Оло йәштәгеләр көнөнә арналған айлыҡ 13 октябргә тиклем дауам итәсәк. Уның сиктәрендә Сәләмәтлек үҙәгендә бушлай медосмотр ойоштороласаҡ. Ҡабул итеү сәғәттәре, шәмбе һәм йәкшәмбенән тыш, иртәнге 8-ҙән көндөҙгө 4-кә тиклем.

Бәйләнеш өсөн телефондар: 233-00-81 (Сәләмәтлек үҙәге); 235-60-07 (реабилитациялау бүлеге); 233-54-70 (спорт медицина бүлеге); 235-61-36 (профилактика бүлеге).

Республика врач-физкультура диспансерының адресы: Өфө ҡалаһы, Блюхер урамы, 1.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть