8 декабрь, Кесе йома

25 сентябрь 2013 йыл, 17:47

Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттары тулыһынса әҙер

автор: Эльвира Латипова

 — Әлеге ваҡытта республикала ҡышҡа торлаҡ-коммуналь хужалыҡ обьекттарын әҙерләү буйынса саралар тулыһынса тамамланған. Әҙерлек паспорттары рәсмиләштерелгән, — тип белдерҙе, шаршамбы, БР Хөкүмәте ултырышында республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Сергей Афонин.

БР торлаҡ-коммуналь хужалығы башлығы мәғлүмәте буйынса, ремонтлау-тергеҙеү эштәре графикка ярашлы барҙы. 234 километр һыу үткәреү селтәре алмаштырылды (дөйөм оҙонлоғоноң 2,5 проценты) һәм 91 километр ике торбалы иҫәпләүҙәге йылылыҡ селтәре (3,7 процент). Йылы менән тәьмин итеү системаһы өҙлөкһөҙ эшләһен өсөн 13,8 мең тонналап шыйыҡ яғыулыҡ резервы булдырылған.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһын ҡышҡа әҙерләү сараһына муниципалитеттарға республика бюджетынан 1,88 миллиард һум аҡса бүленгән. Бынан тыш, 327 миллион һум муниципаль берәмектәр юл комплексын төҙөкләндереү һәм финанслау өсөн алды, — тип хәбәр итте Сергей  Афонин.

Торлаҡ-коммуналь системаһының төп проблемаһы — ҡулланған яғыулыҡ-энергетик ресурстар өсөн бурыс.

«Газпром төбәк-ара газ Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте мәғлүмәттәренә ярашлы, 24 сентябргә ҡарата, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеларының газ өсөн бурысы 435 миллион һум тәшкил итә. «Өфө инженер селтәре» муниципаль унитар предприятиеның бурысы 271 миллион һум.

«Башҡортостандың  энергетика һатыу компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алдында тармаҡтың ҡулланылған энергия өсөн бурысы 1 473 миллион һум, «Интер РАО ЕЭС» асыҡ акционерҙар йәмғиәте алдында йылылыҡ өсөн бурыс — 1 385 миллион һум, — тип хәбәр итте БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры.