4 декабрь, Йәкшәмбе

25 сентябрь 2013 йыл, 16:24

Төбәк аграрийҙары яҙғы сәсеүгә 245 мең тонна орлоҡ әҙерләгән

автор: Галина Бахшиева

Киләһе яҙғы сәсеү эштәренә Башҡортостан аграрийҙары 245 мең тонна орлоҡ әҙерләгән, йәғни талап ителгән сәсеү материалы күләменең 83 процентын.

БР ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республиканың 16 районында был бурыс тулыһынса үтәлгән. Саҡмағош районы игенселәре планды 61 процентҡа арттырып үтәгән.

Шул уҡ ваҡытта республиканың страховка фондына 19 мең тонна орлоҡ һалынған, был кәрәкле күләмдең 42 процентын тәшкил итә. Планды 10 район үтәгән.

Төбәктә шулай уҡ ужым иген культуралары орлоҡтарының күсмә фонды ла тулылана. Унда бөгөнгө көндә 42 мең тонна иген тупланған, планға ҡарата был 69 процент. Башҡортостандың 25 районында был эш тулыһынса башҡарылған, тип билдәләнеләр аграр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.