9 декабрь, Йома

25 сентябрь 2013 йыл, 16:00

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһына 45 йыл

автор: Эльмира Сабирова

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы быйыл көҙ үҙенең юбилейын билдәләй. Рәсәйҙең алдынғы ижади юғары уҡыу йорттарының береһе, музыка, театр һәм һынлы сәнғәт өлкәһендә профессиональ кадрҙар әҙерләүсе республикалағы берҙән-бер күп профилле уҡыу йорто — 45 йыллыҡ юбилейын билдәләй.

Өфө дәүләт сәнғәт академияһы, (йәғни элекке исеме Өфө дәүләт сәнғәт институты) Дворяндар Йыйылышы Депутаттар бинаһында 1968 йылда асыла. Унда бөйөк рус йырсыһы Федор Шаляпин сығыш яһаған. Бөгөн бинаға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған һәм унда урынлашҡан Концерт залына Ф.И. Шаляпин исеме бирелгән.

Әлеге ваҡытта сәнғәт академияһында 4 факультет һәм 24 кафедрала 21 һөнәр буйынса 700-ләп студент белем ала, юғарыу уҡыу йортон тамамлау буйынса  программаларҙа аспирантура, ассистент-стажировка һәм докторантурала уҡытыу эше алып барыла.

Профессор-уҡытыусылар составында  130-ҙан ашыу кеше, улар иҫәбендә фән докторҙары һәм кандидаттары, 28 уҡытыусы Рәсәй Федерацияһының почетлы исемдәренә эйә,  75-е — Башҡортостан Республикаһының почетлы исем эйәләре, 52 — Халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаттары.

Академияның ректоры – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор, сәнғәт фәне кандидаты Әминә Әсфәндиәрова.

Уҡыу йортон тамамлаусылар республикала, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә радио һәм телевидениела, сәнғәт һәм мәҙәниәт уҡыу йорттарында, музыкаль учреждениеларҙа, театрҙарҙа эшләйҙәр.

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһына 45 йыл тулыуға арналған тантаналы сара 25 сентябрҙә Өфө сәнғәт училищеһының Концерт залында уҙасаҡ.