4 декабрь, Йәкшәмбе

25 сентябрь 2013 йыл, 14:59

Свердловск өлкәһендәге Даими вәкиллек бөтөрөлдө

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президентының от 18 сентябрҙәге указы менән Башҡортостан Республикаһының Свердловск өлкәһендәге Даими вәкиллеге бөтөрөлдө.

БР Президентының эштәр менән идара итеүсеһенә бөтөрөү сараларын үткәрергә, шулай уҡ Даими вәкиллектең эштән бушатылған хеҙмәткәрҙәренә законға ярашлы гарантиялар һәм компенсациялар биреүҙе тәьмин итергә йөкмәтелде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан  Республикаһының Свердловск өлкәһендәге Даими вәкиллеге 2002 йылда төҙөлгәйне. Уның алдына ике төбәк араһында тығыҙ сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, мәҙәни, гуманитар хеҙмәттәшлек урынлаштырыу бурысы ҡуйыла. Штатта өс кеше эшләне.  

Әлеге ваҡытта Башҡортостандың Тулы хоҡуҡлы вәкиллектәре Мәскәүҙә  РФ Президенты ҡарамағында, Санкт-Петербургта, Силәбе өлкәһендә эшләй, шулай уҡ Төркиә Республикаһында (Истанбул), Ҡаҙағстан Республикаһында (Астана), Японияла республиканың Сауҙа вәкиллектәре ойошторолған.